Прямой эфир:

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге ойошторолоуға 65 йыл

Ошо уңайҙан Өфөлә юбилей саралары үтә. Бөгөн Конгресс-Холл бинаһында илдең ғалимдар йәмәғәтселеге Рәсәй төбәктәрендә академик фән мәсьәләләренә арналған ғилми-ғәмәли конференцияға йыйылды. Форум Рәсәй фәндәр академияһын яңыртыуға бәйле тарихи мәлдә үтә. Бында Өфө ғилми үҙәгенең үҫеш концепцияһы һәм Башҡортостан технологиялар инициативаһы проектын бойомға ашырыу мөмкинлектәре барлана.  Өфө ғилми үҙәгенең 65 йыллыҡ тарихын форумда ойошторолған күргәҙмә сағылдыра. Республиканың 12 фәнни-тикшеренеү институты ғалимдары хеҙмәттәрен туплаған баҫмаларҙы студенттар, йәш белгестәр ҡуллана. Ғилми эштәрҙең сит илдәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡандары ла байтаҡ. Заман талаптарына ярашлы китаптарҙың электрон өлгөләре исемлеге төҙөлә. Күргәҙмәнең йәнә бер өлөшө – ғилми архив өлгөләре. Бында Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге ойошторолған көндән алып йыйылған документтар һаҡлана.Ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп республика Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов республика ғалимдарының фән үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһаланы. Яңы нанокристаллдарҙы эшләү, тикшереү һәм файҙаланыу өлкәһендәге фәнни эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнгән ғалимдар төркөмө 2015 йылда фән һәм техника өлкәһендәге  дәүләт премияһына лайыҡ булды. Өфө ғилми үҙәге рәйесе Усейн Джемилевҡа Салауат Юлаев Ордены тапшырылды. Форум бөгөн кискә тамамлана. Ғалимдар фекер алышыуҙарҙан һуң мәҙәни программа һәм Өфө археология һәм этнография музейыменән танышырға ниәтләй. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика