Прямой эфир:

Өфө аэропортында ЯК самолеты ултырыш һыҙатынан ситкә сығып киткән

Сочи-Өфө рейсын башҡарыусы самолеттың Өфө аэропортында ни сәбәпле ултырыш һыҙатынан ситкә сығып китеүенә бәйле тәүге мәғлүмәт барлыҡҡа килде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, шасси төҙөк булмаған. Шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлгә һауа шарттары сәбәпсе булыуы ихтимал. Иртәнге сәғәттәрҙә Өфөлә күк күкрәп ямғыр яуҙы, көслө ел сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Өфө аэропортында “КрасАвиа” авикомпанияһының ЯК-42 самолеты ултырыш һыҙатынан ситкә сығып китте. Борттағы 118  пассажир, шул иҫәптән 29 бала ла иҫән. Бәхеткә, йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Әле осош һыҙатында авария эҙемтәләрен бөтөрәләр.  Самолет туҡталыш урынына ҡуйылған.  

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика