Прямой эфир:

Республикала август конференциялары үтә

  • Республикала август конференциялары үтә | ГТРК Башкортостан

Ғәҙәттәге август конференцияһына бөгөн Өфө мәктәптәре уҡытыусылары ла йыйылды. Башҡаланың дөйөм белем биреү селтәренә 128 мәктәп, шул иҫәптән 21 гимназия, 21 лицей, айырым фәндәргә баҫым яһалған 7 белем учреждениеһы, 9 белем биреү үҙәге, мәктәп-интернат, асыҡ сменалы мәктәп һәм көнэлгәре йәйге әҙерлек биреүсе мәктәп-интернат инә.   Уҡыусылар һаны 100 меңдән ашыу. Яңы уҡыу йылы алдынан педагогтар белем биреү йорттарында яңы федераль дәүләт стандарттарын индереүҙең өҫтөн йүнәлештәрен билдәләне. Был йәһәттән мәктәптәрҙә инклюзив белем биреү, балаларҙың һәләттәрен үҫтереү, өҫтәмә белем үҙләштереү һәм һөнәри йүнәлеш биреү мәсьәләләре һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика