Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Италияла тәбиғәт ғәрәсәтенең ҡорбандары арта. 6,2 баллы магнитуда тәшкил иткән тетрәү һөҙөмтәһендә 300-гә яҡын кеше һәләк булған, меңәрләгән кеше торлаҡһыҙ ҡалған. Был күрһәткестәр тулылана бара. Сөнки емереклектәр аҫтында тағы ла кешеләр булыуы ихтимал. Тетрәү төнөн булғанға күрә, ҡала халҡы был ваҡытта йоҡлаған була. Ил хөкүмәте фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә 235 миллион евро аҡса бүлгән. Сейсмологтар тағы ла тетрәүҙәр булыу ихтималлығын белдерә.

Донъялағы иң ҙур дережабль һәләкәткә осраған. Һауала 19 көнгә тиклем яғыулыҡ ҡоймай оса алған 90 метрлыҡ гигант 7 көнлөк сәйәхәттән һуң үҙәк Англияла ергә ҡолап төшә. Пилот кабинаһы өлөшләтә емерелгән, әммә зыян күреүселәр юҡ.

Альфа Центавра системаһында Ерҙең игеҙәге табылған. Ҡояштан 40 триллион километр, йәғни 4,3 яҡтылыҡ йылы алыҫлыҡта беҙҙең планетаға  оҡшаш күк есеме барлығын ғалимдар раҫлаған. Унда тере организмдарҙың үрсеүенә яраҡлы шарттар булыуы ихтмал. Япмаһы Ерҙеке кеүек ташлы, һыу ҙа булыу бар. Ғалимдарҙың был “быуат асышы” яңы проектҡа нигеҙ һалмаҡсы. Игеҙәк планетаға 20 йыл эсендә барып етеүсе осоусы аппарат яһарға уйлайҙар. 100 миллион долларлыҡ проектҡа Рәсәй миллиардеры Юрий Мильнер һәм космосты өйрәнеүсе билдәле ғалим Стивен Хокинг ярҙам күрһәтергә теләк белдергән. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика