Һәләттәрҙе асабыҙ

Иртәгә “Синяя птица”  Бөтә Рәсәй бәйгеһенең һайлап алыу этабы башлана. Беренсегә йәш таланттарҙы Өфө ҡабул итә. Һайлап алыу туры 27-28 август көндәре үтә. Жюри составында республиканың билдәле сәнғәт әһелдәр лә бар. Әҙерлек тулы ҡеүәттә бара. Иң-иңдәрҙе Мәскәү көтә.

Бәйгеләрҙә еңеү тырышлыҡһыҙ бирелмәй. 8 йәшлек Мариэтта Юферова быны ишетеп кенә түгел, ә үҙ иңдәрендә кисереп белә. Ул көн һайын хореограф менән шөғөлләнә. Бынан тыш өйҙә лә өҫтәлмә күнегеүҙәр эшләргә тырыша. “Бесәй” тип аталған цирк номеры тулыһынса әҙер, хәҙер һәр  хәрәкәтте  өлгөлө итеп башҡарыу өҫтөндә эшләйһе ҡалған.

Йәш таланттарҙың Бөтә Рәсәй бәйгеһен ойоштороусылар  быйыл тәүге тапҡыр һайлап алыу этабын төбәктәрҙә үткәрергә ҡарар итте. Өфөлә  һайлап алыу туры 27-28 август көндәре үтә. Жюри составында республиканың билдәле сәнғәт әһелдәре, үҙ  эшенең алмаштырғыһыҙ белгестәре.

Йырсылар һәм музыка ҡоралдарында уйнаусы конкурсанттар үҙҙәренең һәләтен 27 август Башҡортостан дүләт концерт залында, ә бейеүселәр, гимнастар һәм башҡа йәш таланттарҙы Телеүҙәктә, беҙҙең телеканал студияһында йәкшәмбе ҡабул итәсәктәр.

Тыңлауҙар көндөҙгө  11 сәғәттә башлана. Ниндәйҙер сәбәптәр менән заявка биреп өлгөрмәгәндәр өсөн дә сығыш яһау мөмкинлеге бар. Уларҙы ла жюри ағзалары ҡабул итергә әҙер. Бәйге балаларҙың алдында яңы офоҡтарҙы аса. Ә Башҡортостанда талантлы йәштәребеҙ һанап бөткөһөҙ, хәҙер иң мөһиме  уларға үҙ көсөнә ышанырға һәм сағыу сығыш яһарға ғына ҡала. Иң-иңдәрҙе Мәскәү көтә.

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика