Прямой эфир:

Урманға яҡын ер биләмәһен файҙаланыусылар ағастарҙы янғындан һаҡлау сараһын күрергә тейеш

Урманға яҡын ер биләмәһен файҙаланыусылар ағастарҙы  янғындан һаҡлау сараһын күрергә тейеш.

 Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2017 йылдың беренсе мартынан башлап биләмә хужалары урманды ҡоро үләндән, сүп-сар һәм тиҙ ут ҡабыусан башҡа ҡыйҙан таҙартырға йәиһә урманды һөрөнтө ер менән аралауҙы тәьмин итергә тейеш.  Башҡортостан хөкүмәте тарафынан шулай уҡ урманда янғын хәүефһеҙлегенә айырыуса иғтибар биреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә республикала 119 янғын осрағы теркәлгән.  460 гектар ер, шул иҫәптән 263 гектарҙа урман зыян күргән. Үткән йыл менән сағыштырғанда был өсләтә күберәк. Ҡоро эҫе һауа шарттарында йәшен атып ут сыҡҡан осраҡтар күп. Янғындар иһә йышыраҡ таулы райондарҙа сыҡҡан. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика