Прямой эфир:

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра

Ауыл халҡы үҙҙәрен туйындырған да, кейендергән дә мал-тыуарына ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасы әҙерләй. Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында йәшәүсе Ҡыуандыҡ Әбдрәхимов үҙ ҡулдары менән ҡорған техника ярҙамында бесән сабып-йыйыуҙы  еңеләйтеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарып сығарған. Салғы менән тырманы, хатта тракторҙы ла алмаштырған был техниканы Ҡыуандыҡ Әбдрәхимов үҙ ҡулдары менән йыйған. Биш йылдан ашыу Баймаҡ районының баҫыу-ҡырҙары буйлап елдергән яһалма машина ситтән ябай ғына күренә. Әммә төрлө автомобилдәрҙең деталдәренән ҡоролған был техника бар ерҙән дә йөрөй алырлыҡ ҡеүәткә эйә. Техниканың двигателе асыҡ, ҡапланмаған. Был да уңайлыҡ өсөн, эш мәлендә сафтан сыҡһа, тиҙ генә йүнәтеп алыр өсөн шулай эшләнгән. Сапҡыс менән идара итеү өсөн ҡул көсө бөтөнләй кәрәкмәй. Асҡысты борҙоң да, рулде тотоп, газ һәм тормозға баҫыу ҙа етә. Алтын ҡуллы оҫта ауыл кешеһенең эшен еңеләйткән ҡоролма эшләү уйын күптәнән йөрөткән. Баҡтиһәң, был уның мал йәнле булыуынан килә. Быйыл үлән мул һәм һутлы, әммә уны һутлы сағында сабып алырға кәрәк. Хужа үҙе күптәнән ҡышҡылыҡҡа етәрлек мал аҙығы әҙерләгән, шуға хәҙер ауылдаштарына ярҙам итә. Бер юлы ғаилә бюджетын да тулылландыра.Атаны күреп ул үҫер, тиҙәр.  Әбдрәхимовтарҙың ике улы ла аталарына оҡшап тырыштар. Өлкәндәре Илнар үҙҙәре яһаған ошондай уҡ икенсе техника менән атаһына бесән сабырға-йыйырға ярҙам итә, ә кесе улдары Динар буй еткергәнсе өйрәнә тора. Ҡыуандыҡ Әбдрәхимовтың ата-әсәһе лә Роберт Әхүнйән улы менән гөлсирә Мулламөхәммәт ҡыҙы бәләкәйҙән ер эшен яратып, мал һәм техниканы үҙ итеп үҫкән. Улдарында ла бындай сифаттар булыу һис тә осраҡлы түгел.Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тип халыҡ бушҡа ғына әйтмәгәндер күрәһең. Ең һыҙғанып эшләгән тырыш йүнселдәрҙең генә өҫтәле йыл әйләнәһенә һый-ниғмәткә тулы була. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика