Башҡортостанда ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

  • Башҡортостанда ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә | ГТРК Башкортостан

Шәмбе һәм йәкшәмбе баҙарҙарында ауыл хужалығы тауарҙары, йәшелсә-емеш һаталар. Уҙған ял көндәрендә Өфөлә лә ошондай сауҙа рәттәре ойошторолдо. Бал, май, он ризыҡтары, үҫентеләр менән һатыу  итеүселәр  республиканың  төрлө райондарынан  килгәйне. Иглиндағы шәхси хужалыҡтар, фермерлыҡ йәмғиәттәре, мәҫәлән, баш ҡалаға 84  машинанан торған ылау ебәргән.  Район бренды – Иглин һуғаны хаҡы уртаса 25-30 һум.  Быйыл йәрминкәлә бал ҡиммәтләнгән.  Тик йәрминкәгә килеүселәр хаҡтарҙың ҡапыл артыуына зарлана. Мәҫәлән, шәмбе баҙарына килеүселәргә картуф килограммы 15 һумдан 35 һумғаса торһа, Өфөләге кибеттәрҙең береһендә “икенсе икмәк” ун һигеҙ һумдан юғары түгел. Шуға ла ауыл хужалығы йәрминкәһенә килеүселәр араһында буш ҡайтыусылар ҙа бар. 

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика