Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Риолағы йәйге Олимпиаданан ҡайтҡан Һиндостан спортсыларында “сусҡа киҙеүе” тапҡандар.  Был турала ТАСС агентлығы хәбәр итә. Йүгереүсе Орчаттери Джаиша, юғары температура менән дауаханаға эләккән, уның ҡан анализы Н1N1 вирусы барлығын күрһәткән. Тағы ла бер йүгереүсе Судха Сингх та Рионан ауырып ҡайтҡан. Тәүҙә табиптар унда Зика вирусы барҙыр тип шикләнгән, ә тикшереүҙәр “сусҡа киҙеүе” йоҡторғанын раҫлаған. Олимпия ҡаласығында Джаиша һәм Сингх күрше бүлмәләрҙә торған. Шуға ла, Һиндостан табиптары улар янында йәшәгән барлыҡ спорстыларҙы ла тикшерергә иҫәпләй.

Прагала совет заманында ҡулланған көнкүреш әйберҙәренең күргәҙмәһе асылған. Ошо дәүерҙәге мебель, һауыт-һаба, телевизорҙар, китаптар – былар барыһы ла йәштәргә илдең тарихы менән танышырға, ата-әсәләре ниндәй мөхиттә йәшәгәнен күҙ алдына килтерергә ярҙам итә, ә өлкәндәр, киреһенсә,  үткәнгә ҡайтҡан кеүек була. Экспонаттар араһында һәр береһе ҡасандыр үҙҙәрендә булған әйберҙе танып, шатлана. Уйынсыҡтар, поход, сәйәхәт, кейемдәр, автомобилдәргә арналған бүлектәр бар. Күргәҙмә Прагала 16 октябргә тиклем асыҡ.

Август айы Лондон зоопаркында ҡыҙыу мәл. Йыл һайын ошо ваҡытта хайуандарға медицина тикшереүе үткәрәләр. Ә уларҙың һаны байтаҡ: 712 төргә ҡараған 18 мең йән эйәһе. Уларҙың бөтәһенең дә буйын, ауырлығын белер өсөн зоопарк хеҙмәткәрҙәре төрлө ысулдар уйлап таба. Үлсәүгә баҫһын өсөн кимереүселәрҙе сәтләүек, йыртыҡыстарҙы ит менән алдаштыралар. Тупланған мәғлүмәт халыҡ-ара мәғлүмәт базаһына ебәрелә. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика