Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриәлә ваҡытлыса тыныслыҡ урынлаштырыу урындағы халыҡҡа үҙ йорттарына ҡайтырға мөмкинлек бирҙе. Рәсәй аралашсылығында ҡул ҡуйылған килешеү нигеҙендә бында ут асыу туҡтатылды. Аслыҡтан һәм яланғаслыҡтан интеккән кешеләр ошо мәл менән файҙаланып ҡалырға тырыша.

Тайвандың Гаосюн ҡалаһы прокуратураһы хәрби-диңгеһ флотынан өс хәрбигә ғәйепләү белдергән. Улар июлдә хаталанып патруль корабленән Ҡытай яғына табан ракета осорған.

Норвегияла күпләп боландар үлгән. 320 хайуан милли паркта йәшен атыуҙан һәләк булған. Белгестәр әйтеүенсә, боландар ямғыр яуғанда бер өйөргә йыйыла. Уларҙың күпләп үлеүенең сәбәбе шуға бәйле. Быға тиклем Норвегияла бындай хәл теркәлгәне булмаған.

Мәскәү халыҡ-ара автомобиль салоны сиктәрендә Рәсәйҙә эшләнгән микроавтобус күрһәтелгән. Ул электр ярҙамында хәрәкәт итә. Электромобиль айырым бер маршрут буйынса йөрөмәй, мобиль ҡушымта ярҙамында пассажирҙар ихтыяжына яраҡлаша ала. Рәсәй был микроавтобусты 2018 йылда файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика