Ауыл магазиндарында иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла

Ауыл магазиндарында иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла. 

Был закон проекты әле республиканың бер ауыл советы биләмәһендә генә ғәмәлгә ашырыуға әҙерләнә. Бөгөн Башҡортостан парламенты депутаттары көҙгө сессияға бурыстар билдәләне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, депутаттар алдында 50-нән ашыу закон проектын тикшереү бурысы тора. Төбәк иҡтисады өсөн иң мөһим документтарҙың береһе – республика бюджеты. Илдәге шарттарға ҡарағанда уны раҫлау еңелдән булмаясаҡ, тине парламент етәксеһе.  9-сы сентябргә тиклем депутаттар республикала ҡабул ителгән „100 яңы объект„ программаһының саралар исемлеге буйынса һәм уны финанслау сығанаҡтары тураһында тәҡдимдәр индерәсәк.  Республикала ҡабул  ителгән закон проекттарының 70 проценты Ҡоролтай комитеттары тарафынан тикшереүгә сығарыла. Көҙгө сессия барышында ла мөһим закон проекттары буйынса хөкүмәт сәғәттәрендә, комитет ултырыштарындә фекер алышыуҙар ойоштороласаҡ.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика