Прямой эфир:

Өфөлә сәләмәтлеге сикләнгәндәр өсөн альпинизм күнекмәләре үтә

Өфөлә сәләмәтлеге сикләнгәндәр  өсөн альпинизм күнекмәләре үтә.

Был түңәрәккә баш ҡаланың социаль приюттарында тәрбиәләнгән балалар ҙа әүҙем килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  инвалидтарҙың был проекты әлегә эшҡыуарҙарҙа ғына яҡлау тапҡан. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтулин сюжеты. Тимур Әбдерәшитов тыумыштан саҡтан инвалид. Ҡулдарҙың дөрөҫ үҫешмәүе егет өсөн ҡатмарлыҡ түгел. Хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнһә лә, йәш кешенең хыялдары һәм маҡсататры сикле түгел. Бөгөн ул балаларҙы, шулай уҡ физик кәмселектәре булғандарҙы ҡаяға үрмәләргә өйрәтә. Әлбиттә, бөгөн был күнекмәләр йәмәғәт башланғысында ғына. Тырыштар һәм тәүәкәллдәр үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоймай. Киреһенсә, һау-сәләмәт йәмғиәткә үҙҙәре өлгө булырлыҡ. Егерме йылға яҡын немец теле уҡытыусыһы булып эшләгән  Гүзәл  Хәсәнова талпан тешләгәндән һуң күреү һәләтен юғалта. Тик маҡсат һәм ынтылыштың һөҙөмтәһе юҡ түгел. Гүзәл инвалидтар араһында уҙғарылған Рәсәй турнирында көмөш миҙал яулаған. Башҡортостанда әле инвалидтар өсөн спортың был төрөн камил, тип әйтеү иртәрәк. Сәләмәтлеге сикләнгән спортсылар үҙ тәжрибәһен балаларға ла өйрәтә. Йәш альпинистар иһә социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәр. Тимур Әбдерәшитовтың маҡсатары  бөгөн  байтаҡ. Үҙ командаһын Рәсәй һәм Европа турнирҙарына әҙерләү хыялдарҙың береһе генә. Башҡортостанда инвалидтар өсөн альпинизм яңы көс һәм яңы этәргес талап итә. Етәкселек яғынан иғтибар булғанда ғына, уның үҫеше бар. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика