Прямой эфир:

Республика башлығы бөгөн эш сәфәре менән Федоровка, Стәрлебаш, Миәкә райондарында

  • Республика башлығы бөгөн эш сәфәре менән  Федоровка, Стәрлебаш, Миәкә райондарында | ГТРК Башкортостан

Республика башлығы бөгөн эш сәфәре менән  Федоровка, Стәрлебаш, Миәкә райондарында.

Федоровкала Рөстәм Хәмитов мәктәп асыу тантанаһында ҡатнашты. Ул балаларға яңы уҡыу йылында уңыштар теләне. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, мәктәптәрҙә икенсе смена булырға тейеш түгел. Республика етәкселеге бының өсөн барыһын да эшләйәсәк. Райондың Ново-Михайловка ауылы янында яңы күпер ҙә төҙөлгән. Район өсөн ул бик кәрәк. Сөнки бында Покров-Эннат монастырына йылына 10 меңләп кеше килә. Рөстәм Хәмитов Федоровкала Балыҡ хужалығы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Республика башлығының эш сәфәренә арналған сюжетты яңылыҡтарҙың киләһе сығарылыштарында ҡарағыҙ.  

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика