Ҡоролоҡ сәбәпле республикала йылғалар һайыға

Өфө янында Ағиҙел кимәле апрель айынан алып ҡына 9 метрға кәмегән. Ошоға бәйле Башҡортостан һыуһаҡлағыстарының эшмәкәрлегенә үҙгәрештәр индерелде. Быға, тәү сиратта, майҙан алып ямғырҙар булмауы сәбәпсе. Йылға-күлдәрҙең һайығыуына башҡа факторҙар ҙа тәъҫир итә. Башгидрометүҙәк белгестәре йылғалар кимәлен көн һайын ике тапҡыр тикшерә. Гидрологтар һыуҙың температураһын да билдәләй. 2014 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда быйыл Ағиҙел йылғаһының кимәле 52 сантиметрға кәмерәк. Ә уҙған йыл күрһәткестәренән бөтөнләй 79 сантиметрға һайыҡҡан. Йылғалар кимәленең түбәнәйеүе иҡтисади хәлгә лә тәъҫир итә. Теплоходтар хәҙер йылғаларҙың бөтә урындарынан да үтә алмай. Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, майҙан алып бөгөнгәсә төбәктә мул яуым-төшөм булмаған. Өфө һәм Ағиҙел йылғалары башланған урындарҙа ямғыр норманан ике тапҡыр аҙыраҡ яуған. Бигерәк тә август ныҡ ҡоро килде. Шуға күрә лә Башҡортостандың төп һыу артериялары һайыҡҡан. Ҡоролоҡ йылдарында Салауат Юлаев һәйкәле тәңгәлендә утрауҙар хасил булды. Быйыл иһә ярымутрау барлыҡҡа килде. Әле беҙ Ағиҙел йылғаһының ҡап уртаһында. Бер ярға тиклем километр ярым, икенсе ярға ла шунсама арауыҡ. Хәҙер бында кистәрен йәштәр ял итә. Тирә-яҡта сүп-сап ҡалдыҡтары. Августа һауа температураһы норманан 7-9 градусҡа юғарыраҡ булды. Хатта, бер нисә рекорд та теркәлде. Әммә, йылғаларҙың һайығыуында башҡа сәбәптәр ҙә бар. Кешеләр эҫегә япһарып, уларҙы онота ла башланы шикелле. Ғалимдар билдәләүенсә, һыу объекттарының кәмеүенә донъяла барған башҡа факторҙар ҙа тәъҫир итә. Мәҫәлән, ер шарындағы глобаль йылыныу. Синоптиктар сентябрь айы нормаға ярашлы була, тип белдерә. Бынан тыш, йылғаларҙа һыу кимәлен контролдә тотоу өсөн һыуһаҡлағыстарҙың эшмәкәрлегенә үҙгәрештәр индерелде. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 октябргә тиклем Павловка, Йомағужа, Нөгөш, Слак һәм Туймазы һыу һаҡлағыстары махсус тәртиптә эшләйәсәк.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика