Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бразилия президенты вазифаһынан ваҡытлыса ситләтелгән Дилма Русефф үҙенең көндәштәрен илдәге хәлде ҡаҡшатыуҙа ғәйепләне һәм ғәҙеллек өсөн көрәште дауам итергә вәғәҙәләне. Импичментҡа ҡаршы тауыш бирегеҙ, фетнәселәрҙе  яҡламағыҙ тигән ул милли парламенттың юғары палатаһында сығыш яһап.

Тажикстандағы 201-се хәрби базаның мотоуҡсылар бүлексәләре хәрбиҙәре яңы БТР-82А-ла экстремаль йөрөү серҙәренә төшөнә башланы. Ауыр һауа шарттарында 3 саҡырым алыҫлыҡта ла  сәпте таба алған яңы техниканы тикшереү октябргә тиклем дауам итәсәк.

Мексикала Юкатан ярымутрауында квадрокоптер ярҙамында алһыуланған диңгеҙ ҡултығы видеоға төшөрөлгән. Һыуҙың ошонда төҫкә инеүе диүгеҙҙә йәшәгән ҡыҙыл планктон һәм артемиялар бңлеп сығарған химик матдәләргә бәйле. 

Милли хоккей лигаһы мельдонийҙы допинг тип иҫәпләмәй һәм  хоккейсыларға уны ҡулланырға рөхсәт биргән.  Был хаҡта Континенталь хоккей лигаһының элекке президенты Александр Медведев белдергән. Был препаратты уйлап табыусы Иварс Кальвинш мельдоний тыйылған препараттар исемлегенән алыныр тип ышана. Был мәсьәләне ул Кандала ВАДА вәкилдәре менән тикшерергә ниәтләй.

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика