Прямой эфир:

Һайлау-2016

Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға әҙерлек әүҙем бара. Әле иң мөһим осорҙарҙың береһе – өгөтләү мәле. Әҙерлек барышын беҙҙең хәбәрселәр ҙә күҙәтә. Дәүләт автоматлаштырылған системаһы һайлау көнө бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ эшләргә тейеш. Килгән мәғлүмәт онлайн режимда күрһәтелеп барасаҡ. Системаны алдан тикшереү төп шарт. Кандидаттарҙың агитация материалдары, банерҙар, телевидение, радио аша үтәсәк роликтарҙың дөрөҫлөгө һәм законға ярашлы булыуын территориаль һайлау комиссиялары күҙәтә.  Һайлауҙар ялыуһыҙ булмай. Урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һорап күптәр Рәсәй үҙәк комиссияһына мөрәжәт итә. Әгәр ялыуҙар тура беҙҙең исемгә ебәрелһә, улар тиҙерәк хәл ителер ине, ти Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. Һайлау кампанияһының барышын граждандарҙың һәм һайлау хоҡуҡтарын яҡлау гильдияһының төбәк бүлеге лә күҙәтә. Уларҙың төп маҡсаты – тауыш биреү законға ярашлы үтергә тейеш. Гильдияға теләгән һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Ҡыҙыу линия һәм электрон адрес та булдырылған. 

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика