Прямой эфир:

Башҡортостандан хаж ҡылыусылар Мәккәгә юлланды

Ислам дине нигеҙен тәшкил иткән биш ғәмәлдең береһен башҡарырға быйыл республиканан йөҙҙән ашыу мосолман теләк белдергән. Бөгөн төнөн 29 кешенән торған төркөм юлға сыҡты. Әли диндарҙар менән бергә Башҡортостан ерендә Ихлас мәсетендә юл намаҙын башҡара. Бер-нисә сәғәттән ул  мосолмандар өсөн изге Мәккә ҡалаһына осоп, Ҡәғбәтулла мәсетендә ғибәҙәт ҡыласаҡ.  Әли Санкаров Рәсәй Ислам университетының өсөнсө курс студенты. Тәүге тапҡыр хаж ҡылһа ла, уға ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Үҙәк Диниә назараты тарафынан биш тиҫтә кешенән торған төркөмдөң етәксеһе итеп тәғәйенләнгән. Быйыл Башҡортостандан йөҙҙән ашыу кеше изге ғәмәлде башҡарырға теләк белдергән. “Өфө” халыҡ-ара аэропортынан республика райондарынан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә килгән диндарҙар оло юлға йыйына. Беренсе тапҡыр хаж ҡылыусыларҙы ғаиләләре менән оҙаталар.  Мәккәгә барыу ислам дине нигеҙен тәшкил иткән биш ғәмәлдең береһе. Мөмкинлеге булған һәр мосолманға ғүмерендә бер генә мәртәбә булһа ла хаж ҡылыу фарыз. Зөлхизә айының туғыҙынсы көнөндә Ҡорбан байрамы башлана. Хаждағылар был көндө тулыһы менән Ғәрәфәттә үткәрергә тейеш. Быйыл ул 12 сентябрға тура килә. Хаж — ул ифрат ауыр, яуаплы һәм сауаплы. Әммә бик күп сабырлыҡ, түҙемлек талап иткән ғибәҙәт һәр кемгә иман ныҡлығы һәм күңел тыныслығы бирә. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика