Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бразилия сенаты президент Дилма Русефты вәкәләттәренән азат итте. Импичмент менән тамамланған сәйәси гамбит илдә йыл башынан дауам итә. Майҙа Русефф вазифаһынан ситләтелде. Дилма Русеф ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға һәм импичментты сәйәси фетнә тип баһалай.

Габонаның башҡалаһында парламент бинаһы яна. Президент һайлауы йомғаҡтары менән риза булмаусы оппозиция вәкилдәре уға ут төрткән. Демонстранттарҙы ҡыуыу өсөн полиция водомет һәм күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған. Оппозиция кандидаты бәрелештәрҙә кәм тигәндә 14 кеше һәләк булды тип белдергән.

Рәсәйҙең оборона министрлығы «Ислам дәүләте» террор ойошмаһының ялан командирҙарының береһе Әбү Мөхәмәт әль-Аднандың һәләк булыуы тураһында хәбәр итә. СУ-34 бомбардировщигы Алеппо виләйәтендә ИГИЛ-дың 40-ҡа яҡын һуғышсыһын юҡ итә. Уларҙың араһында ойошманың киң мәғлүмәт саралары менән эшләү буйынса рәсми вәкиле Әбү Мөхәмәт әль-Аднан да була.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика