Прямой эфир:

Республикала ОСАГО полистарына бәйле хәл ҡырҡыу ҡала

  • Республикала ОСАГО полистарына бәйле хәл ҡырҡыу ҡала | ГТРК Башкортостан

Республикала ОСАГО полистарына бәйле хәл ҡырҡыу ҡала.

Белгестәр 30 августан эшләй башлаған “Берҙәм агент” программаһы хәлде көйләр, тип ышана. Был турала хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә һүҙ күтәрелде. Әлеге ваҡытта Өфө, Белорет, Кумертау ҡалаларында 4 страховка компанияһы программаны бойомға ашыра башлаған. 6 компания ҡушылырға әҙер булыуҙарын, тик үҙәктән ҡарар көтөүҙәрен, тағы ла 3 страховкалаусы бер ниндәй ҙә күрһәтмәләр булмауын белдерҙе. Ике көн эсендә уртаса 30 полис берҙәм агент программаһы аша үткәрелгән. Икенсе аҙнанан был күрһәткес 2000-гә тиклем күтәрелеп, бер айҙан 3000-гә етер тип көтөлә. Рәсәйҙең Үҙәк банкы һәм Башҡортостандың милли банкы берҙәм агент проектының үтәлешен тулыһынса күҙәтеү аҫтында тота.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика