Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Германияның Форса  институты социологик тикшереүҙәр үткәргән. Уға ярашлы, илдәге һулдар ҙа, уңдар ҙа  федераль канцлер Ангела Меркельға ҡарғанда Рәсәй президенты Владимир Путинға нығыраҡ ышана. Был турала Ди Зейт яҙып сыҡты.

Америка Сүриәнең төнъяғында Төркиәнең хәрби операцияһы туҡталыуға ыңғай ҡараш белдерҙе. Әммә Төркиә төбәктә хәрби операцияны туҡтатырға йыйынмай. Курд һуғышсыларын Анкара террорсылар тип атай һәм Ислам дәүләтенә ҡаршы көрәш лозунгыһы менән курд отрядтарына ҡаршы һуғышыуҙы дауам итә.

Рәсәй Бөтә Донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡты үҙгәртеп ҡороуҙа әүҙем ҡатнашасаҡ. 17 ил Копенгагенда үткән йыйында был ойошмала етди үҙгәрештәр кәрәк тип белдергәйне. ВАДА  вәкилдәре иһә, үҙ сиратында, тәҡдимдәр таҙа спортсыларҙың мәнфәғәттәрен яҡшыраҡ яҡларға, допингҡа ҡаршы ҡарараҙарға ышаныс уятырға мөмкинлек бирәсәк тигән.

Халыҡ-ара космос станцияһы Ер өҫтөнән 257 саҡырым бейеклектә осҡанда Тымыҡ һәм Атлантик океандар өҫтөндә барлыҡҡа килгән өс ураган видеоһын төшөрөп алған. «Лестер» дауылы сәғәтенә 200 саҡырым тиҙлек менән, уның артынса уҡ «Мэдлин» да Тымыҡ океан аша Көнбайышҡа йүнәлә. Ике дауыл да Гавай утрауҙарына ҙур ҡурҡыныс менән янай. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика