Прямой эфир:

«Алтын бишек» акцияһының сираттағы ҡатнашыусыһы - Әбйәлил районы Салауат ауылы

«Алтын бишек» акцияһының сираттағы ҡатнашыусыһы — Әбйәлил районы Салауат ауылы.

Беҙҙең хәбәрселәр республикабыҙҙың иң үҙенсәлекле, матур ауылдарын билдәләүҙе дауам итә. Рәсәй-Башҡортостан  каналы иғлан иткән «Алтын бишек» акцияһының сираттағы ҡатнашыусыһы — Әбйәлил районы Салауат ауылы. Урал аръяғына хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева барып ҡайтты. Йырҙар аша халыҡтың, илдең йәшәйешен, тарихын, киләсәккә ынтылыштарын белергә мөмкин. Әбйәлил районының Салауат ауылы ағинәйҙәре тыуған төйәгенә дан йырлап ҡаршы алды. Һәр ҡайһыһының күҙҙәре осҡон сәсә. Был төбәктә дәртле халыҡ йәшәгәне күренеп тора. Йөҙ йәшен тултырған инәйҙәрҙең дә ер һелкетеп бейеүен күреп, шунда уҡ күңел елкенә, дәртләнеп китә. Ә ауылдың йәштәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел: һомғол, зифа буйлы, һығылмалы, өҙә баҫып башҡорт бейеүҙәрен башҡара. Бейеүселәргә бай Салауат ауылы. Мәктәптә лә бейеү түңәрәге эшләп килә. Баҫҡан ерендә ут сығарған ҡыйыу егеттәрҙең  өлгөлө бейеү ансамбле милли батырыбыҙ “Салауат” исемен йөрөтә. Спорт яғынан да һынатмай Салауаттар. Волейбол буйынса мәктәп командаһы район һәм республика кимәлендә тик еңеүҙәргә генә өлгәшә. Ауыл Таңғатар Мәһәҙиев, Хажмөхәмәт Мәғзүмов, Заһир Байыҡ кеүек оҫта ҡурайсылары менән дә дан тота.  Әле лә Салауатта боронғо башҡорт музыка ҡоралын үҙ итеүселәр нәҫеле бар. Ҡурайға ғашиҡ Шакировтар ғаилә ансамблен төҙөй. Беҙҙең акцияның партнерҙары “Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙары селтәре” бүләген был юлы Салауат ауылында йәшәүсе күп балалы Әхмәтйәновтар ғаиләһенә тапшырабыҙ. Азамат, Батыр, Ленар һәм Инсаф – исемдәре матур, үҙҙәре батыр малайҙар — ауыл киләсәген үҫтерә Марат һәм Миләүшә Әхмәтйәновтар. Ә күрше йортта береһенән-береһе уңған Салауатовтар ғаиләһенең ҡыҙҙары үҫеп килә. Малайҙарҙан бер ҙә ҡалышмай, кесеһенә тиклем атаһына ярҙам итә. Сабир Салауатов оҫталар династияһын дауам итеүсе. Ауыл халҡы ғына түгел, күрше райондарҙан да килеп заказдар бирәләр. Рәсәйҙә ауылдағы берҙән-бер хоспис та Салауатта урынлашҡан. Ошо  ауыл кешеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Һиҙиәтов Ишмырҙа асҡан уны. Тән ауыртыуынан алда йән һыҙлауын дауалайҙар бында. Аҡ халатлы фәрештәләр дарыуҙан күпкә көслөрәк һүҙ менән һауыҡтырыу оҫталығына эйә. Ауыл йылдан-йыл күркәмләнә, төҙөкләндерелә. Урам буйлап теҙелеп киткән береһенән-береһе ҙур ҙа, матур ҙа йорттар заманса төҙөлөшө, шул уҡ ваҡытта боронғо биҙәктәр менән семәрләп эшәнеүе менән ылыҡтырып тора. Йорттарҙың гөл-сәскәгә күмелеп ултырыуы хужабикәләрҙең уңғанлығы, күңел матурлығы билдәһе. Ә был йортта ауылдың иң татыу ғаиләләренең береһе гөрләтеп донъя көтә. Килене өҫтәл ултыртҡансы, 77 йәшен ҡыуған Мәхмүзә Исмәғил ҡыҙы күҙҙең яуын алырлыҡ ҡорама эшләп тә ҡуйҙы. Килен ҡәйнә тупрағынан тигәндәй, Эльвира ла телде йоторлоҡ аш-һыу әҙерләй. Салауатта “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”  байрамын үткәреү ҙә матур йолаға әйләнгән.  Һәр биш йыл һайын халыҡ осрашып, бер-беһенең хәлен белешә, туғанлыҡ епәтәрен барлай.  Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан 82 кеше фронтҡа китә. Уларҙың 59-ы яу яланында ятып ҡала. Яугирҙар һәм тыл хеҙмәтсәндәренең хәтирәләрен бында ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Иҫ киткес мөғжизәле, һоҡланғыс тәбиғәт ҡосағында йәшәй Салауаттар: “Ғимран таш” тип исемләнгән ҡая, Ҡанлы бил тауы һәм шарлауығы, Моғаҡ һыуы, бары тик Японияла һәм Австралияла ғына үҫкән, халыҡ телендә «бөҙрә» йә «өлпәк» тип йөрөтөлгән уникаль ҡарағастар ҙа бар бында. Әлбиттә, беҙҙең Башҡортостандың һәр ауылы үҙенсәлекле. Әммә һәр кем өсөн үҙенең тыуған төйәге ҡәҙерле һәм тап ул республиканың иң яҡшы ауылы исемен алырға лайыҡлы тип иҫәпләй. Был йәһәттән, Салауаттар беҙҙең телекомпания үткәргән “Алтын бишек” конкурсында еңеү яулауҙарына ышаныстары ҙур. Ышансытан бигерәк теләктәре көслө. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика