Прямой эфир:

Сентябрҙән Рәсәйҙә юл ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелә

Сентябрҙән Рәсәйҙә юл ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелә.

Яңылыҡтар водитель таныҡлығы алыу, һәм башҡа регламенттарға бәйле. Шулай ҙа, талаптар үтә ҡәтғиләштерелмәгән. Рәсәй Эске Эштәр министрлығы тарафынан индерелгән яңы ҡағиҙәләр тәү нәүбәттә, Б категорияһына имтихандар тапшырыуға бәйле. Ул элеккесә, өс өлөштән ҡалһа ла, хәҙер имтихан тәртибе һәм мөҙҙәте үҙгәрә. Тап ошо талаптар һынауҙар биреү ваҡытын ҡыҫҡартып, уның сифатын үҫтерергә тейеш. Имтихан тапшырыусылар һәр яңылыш яуапҡа өҫтәмә һорауҙар аласаҡ.  Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, яңы регламент  Рәсәйҙә яңы юл ҡағиҙәләре барлыҡҡа килеүенә бәйле. Төп үҙгәрештәр ғәмәлгә инеү менән имтихан тапшырыусылар машинаны хәүефле йөрөтөү тигән термин буйынса үҙ белемен тикшереп ҡарай ала. Үҙ көсөнә ингән тағы бер яңылыҡ –  курсанттар ҡала буйлап машина менән идара иткәндә баһаны биш мәрәй системаһы буйынса ала. Автодромдағы һынауҙар ҙа күбәйгән. Был үҙгәрештәр маҡсаты – юлдарҙа авариялар һанын мөмкин тиклем кәметеү. Тағы ла шуныһы хәҙер имтихандарҙы механик коробкалы машиналарҙан тыш, автомат коробкалы автомобилдәрҙә тапшырыу мөмкинлеге лә бар. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы яңы ҡағиҙәләрҙән ҡурҡмаҫҡа саҡыра. Яңы талаптар тәү сиратта юлдарҙағы көсөргәнешлек кәметеү, авариялар һанын аҙайтыуға йүнәлтелгән. 

Йылғалар кимәле | ГТРК «Башкортостан»

Йылғалар кимәле

28 апреля 2017
Һыу кимәле арта | ГТРК «Башкортостан»

Һыу кимәле арта

26 апреля 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика