Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Германия канцлеры Ангела Меркель һәм Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган Ҡытайҙың Ханчжоу ҡалаһында осрашып Сүриәләге хәлде һәм Төркиә менән Европа берлеге араһындағы мигранттар буйынса килешеүҙе тикшерҙе. Ангела Меркель был мәсьәлә буйынса һөйләшеүҙәр артабан да дауам итәсәк әле, тип белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бундестаг Осман империяһында әрмәндәр геноциды тураһында резолюция ҡабул иткәс ике ил араһында мөнәсәбәттәр насарайғайны.

Испаниянан туристар ҡайтыу менән эшһеҙлек тә артҡан. Хеҙмәтләндереү өлкәһе предприятиелары йәйгелеккә алған кешеләрҙе эштән ҡыуа башлаған. Бынан тыш, уҡытыусыларҙың контракттары ла тамамлана. Әле Европа берлегенең иҡтисади үҫеш буйынса дүртенсе биләмәһендә эшһеҙҙәр 3 миллион 700 меңгә еткән.

Швеция Хөкүмәте шәхси мәктәптәрҙең береһендә малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн физкультура дәрестәрен айырым үткәреүҙе тәнҡитләп сыҡҡан. Мәктәп хакимиәте уҡыусы ҡыҙҙарҙың күбеһенең мосолман ғаиләләренән булыуын иҫәпкә алып, улар өсөн дәрестәрҙе айырым үткәрә башлаған. Әммә илдең мәғариф министры был ҡарар бер ниндләй ҙә ҡалыпҡа һыймай тип белдергән.  

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика