Прямой эфир:

Нефтселәр ҡалаһы юбилейын билдәләне

Нефтселәр ҡалаһы юбилейын билдәләне.

Октябрьский – ҙурлығы буйынса республика ҡалалары араһында бишенсе урында. Бөгөн ул нефть сығарыу буйынса рекордлы күләм генә түгел, ә эшһөйәр халҡы менән дә дан тота. Ҡаланың 70 йыллығы уңайынан Октябрьский халҡын  республика башлығы ҡотланы. Награда хужаһын 71 йылдан һуң тапты. Республика башлығы ветеран Алексей Купцовҡа Ҡыҙыл Йондоҙ орденын тапшырҙы. Һуғышта  яугир Купцов күҙәтеүсе-разведчик булған. Снаряд ярсығынан ҡаты яраланған, әммә Бөйөк Ватан һуғышын сафта тамамлаған. Ҡалала тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балалары хөрмәтенә асылған һәйкәлде ветеран үҙенең ордены кеүек үк ҡиммәтле бүләк тип ҡабул итте. Уның төҙөлөшөнә бар ҡала халҡы дүрт миллион һум аҡса йыйған. Юбилей йылында Октябрьский халҡы яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы ла алды. Бында саңғы-роллер трассаһы менән биатлон үҙәге бар. Ҡала бер генә быуын чемпиондар тәрбиәләмәгән. Элек йәш спортсылар күнегеүҙәргә йөҙәр километр үтеп башҡа ҡалаларға йөрөргә мәжбүр булһа, хәҙер барыһы ла үҙҙәрендә. Яңы комплекс төҙөлөшөнә Башнефть 75 миллион һум йүнәлткән. Халыҡ өсөн был ҡәҙерле бүләк. Велоспорт, саңғы  уҙыштары, биатлон менән шөғөлләнергә теләгәндәргә юл асыҡ. Сәпкә беренсе булып атыу хоҡуғы рус ракетаһы, танылған спортсы, яҡташыбыҙ Максим Чудовҡа бирелде. Октябрьский бөгөн республикала иң өмөтлө үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Ул ҡара алтын төбәге булараҡ ҡына түгел, уңған халҡы менән дә танылған. Төрлө тармаҡта фиҙаҡәр эше менән дан ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәргә  Рөстәм Зәки улы наградалар һәм маҡтау грамоталары тапшырҙы. 70 йыллыҡ дәүерҙә Октябрьский бәләкәй ҡасабанан ҙур ҡала дәрәжәһенә күтәрелде. Ҡала халҡының яртыһы урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән мәшғүл. Ошо күргәҙмәлә уларҙың хеҙмәт өлгөләре. Проекттар – ижади. Йәштәр һәм балаларҙың хыялдары ла яҡты.  Октябрьский халҡы киләсәккә өмөт менән йәшәй. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика