Башҡортостан халҡына грипҡа ҡаршы прививка яһай башланылар

  • Башҡортостан халҡына грипҡа ҡаршы прививка яһай башланылар | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан халҡына грипҡа ҡаршы прививка яһай башланылар.

Быйыл белгестәр 1 миллиондан ашыу кешегә прививка яһарға ниәтләй. Шул иҫәптән 300 мең балаға прививка эшләнәсәк. Өлкәндәр араһында тәү сиратта медицина һәм мәғариф ойошмалары, транспорт өлкәһе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә, 60 йәштән үткән кешеләргә һәм хроник сирлеләргә прививка яһала. Бынан тыш, 80 мең студент һәм ете меңдән ашыу хеҙмәткә алыныусы вакцинация үтергә тейеш. Республикаға өлкәндәрҙе иммунизациялау өсөн 900 мең, балаларға 116 меңдән ашыу доза вакцина килтерелгән. Вакцинация грипп менән сирләү хәүефен, үлем осраҡтарын кәметә, өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртә, тип билдәләй белгестәр. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика