Прямой эфир:

Өфөлә 6-сы тапҡыр «Һөт иле» фестивале үтте

Өфөлә 6-сы  тапҡыр «Һөт иле» фестивале үтте.

Байрамда быйыл да 50 меңгә яҡын кеше ҡатнаштып 10 тоннанан артыҡ һөт эскән. Сәләмәт туҡланыу, һөт ризыҡтарын ҡулланыу мәҙәниәтен тергеҙеү фестивалдең төп маҡсаттарының береһе. Башҡортостан Рәсәйҙең һөт етештереүсе иң эре төбәге. Шулай булғас ҡулланыусылар баҙарын үҙебеҙҙә етештерелгән  сифатлы һөт продукцияһы менән тулыландырыу төп шарт. Ойоштороусылар байрамға килгән һәр кемде һөт менән ҡаршы алһа, ҡала халҡы етештереүселәрҙән  20-25 процентҡа түбән хаҡ менән шифалы аҙыҡ һатып алыу мөмкинлеге алды. Ғаилә байрамына әйләнгән сараны олоһо ла кесеһе лә көтөп ала. Байрамға республика хужалыҡтарынан төрлө тоҡомло һыйырҙар, быҙауҙыр, һөтлө кәзәләр, һарыҡтар, йылҡы малы ла килтерелгән. Тамашасылар яңы һауылған һөттән дә ауыҙ итте. Һөт байрамына тәбәк башлығы Рөстәм Хәмитов та үҙ баһаһын бирҙе. Республиканың төрлө предприятиеларының продукцияһын халыҡ менән бергә тәмләп ҡарап , алдағы йылдарға яңылыҡтар индерергә тәҡдим итте. Ысын һөттө тәмләп ҡараған кеше бер ваҡытта ла ялған продукция һатып алмаясаҡ, тип белдерҙе ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин. Байрамға килеүселәр быйыл да 10 тоннанан ашыу һөт эскән. Май, сыр, туңдырма, ҡуйыртылған һөт,  ҡымыҙҙың иң яҡшыһын һөт иле фестивалендә табырға мөмкин ине. Республикабыҙҙа тоҡомло һыйыр малын үрсетеүгә иғтибар артҡандан-арта.  Ә бына һөтсөлөк тармағы белгестәрҙе генә түгел ябай халыҡта ла оло ҡыҙыҡһыныу уята. «Һөт иле» фестиваленә йылдан йыл халыҡтың күпләп йыйылыуы быға асыҡ дәлил. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика