Прямой эфир:

Ишембай районы Ҡолғона ауылы халҡына ҙур бүләк

Ишембай районы Ҡолғона ауылы халҡына ҙур бүләк.

Ике йыл төҙөлгәндән һуң унда социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Тантанаға абруйлы ҡунаҡтар саҡырылды. Шунда уҡ, ошо ауылдан сыҡҡан Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 85 йәшлек юбилейы билдәләнде. Сәнғәт өлкәһендә 20 йыл эшләгән Гөлсара Әминеваның хәҙер айырым бүлмәһе бар. Йыр буйынса белгесте яңы музыка ҡоралдары менән дә тәьмин иткәндәр. Ике фортепиано ла заман талаптарына яуап бирә. Тик, әлегә уларҙы һынап өлгөрмәгәндәр. Ә күрше бүлмәлә күнекмәләр эшләү залы булдырылған. Бында ла Башҡортостан етәкселеге бүлгән аҡсаға спорт инвентары һатып алынған. Бынан тыш, хореография залы, һынлы сәнғәт бүлмәһе һәм музей ойошторолған. Социаль-мәҙәни үҙәктә бөтә ғаилә менән ял итергә була. Ата-әсәләр түңәрәктәргә килһә, балаларын ошо бүлмәлә ҡалдыра ала. Бында кескәйҙәр шахмат, шашки, хоккей һәм футбол уйнай ала. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин Ҡолғона ауылында тыуып үҫкән. “Беҙҙең заманда ауылдарҙа бындай үҙәктәр булманы”, тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Ноғман Мусин. Хәҙер ул социаль-мәҙәни үҙәк йәш таланттар үҫтерергә ярҙам итер, тип ышана.

СНХ. Ишембай районы. Ноғман Мусин. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы. Социаль-мәҙәни үҙәккә 2014 йылдың көҙөндә нигеҙ ташы һалына. Ике йыл төҙөлгәс, ниәһайәт, яңы уҡыу йылына бина әҙер булды. Учреждениены сафҡа индереү өсөн Башҡортостан ҡаҙнаһынан 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Ике ҡатлы бина 300 кешене һыйҙыра ала. Ҙур залда иһә концерттар һәм спектаклдәр ҡуйырға мөмкин. Әйткәндәй, ошонда уҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинды яҡташтары 85 йәшлек юбилейы менән тәбрикләне. Үҙәктә кесеһенән олоһона тиклем шөғөл бар. Ауылда эшләп килгән Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары ла хәҙер рәхәтләнеп йылы бүлмәлә ауылдаштары менән бәйләм бәйләү һәм башҡа серҙәре менән уртаҡлаша. Ауыл халҡы социаль-мәҙәни үҙәк буш тормаясаҡ, тип белдерә. Сөнки, Ҡолғонала йылдан йыл яңы тыуған сабыйҙар һаны арта. Үҙәк күп функциялы. Кешеләргә уңайлы булһын өсөн бында почта, полиция бүлеге һәм ауыл биләмәһе хакимиәте урынлашҡан.

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика