Прямой эфир:

Республикала барған һайлау алды кампанияһын ОБСЕ ойошмаһы вәкилдәре күҙәтә

Республикала барған һайлау алды кампанияһын ОБСЕ ойошмаһы вәкилдәре күҙәтә.

Бөгөн миссияның оҙайлы ваҡытҡа килгән вәкилдәре  Рәсәй 24-Башҡортостан телеканалында кандидаттар менән ойошторолған фекер алышыуҙар барышын күҙәтте.Телевидение каналында һәр партияға үҙ программаһы менән мөрәжәғәт итер өсөн 20 минутлыҡ эфир ваҡыты бирелгән. Шуның яртыһын кандидаттар фекер алышыуҙар өсөн файҙалана. Бөгөнгө эфир пенсия йәше тураһында.  Демократия институты һәм кеше хоҡуҡтары буйынса халыҡ-ара бюро вәкилдәре Америка Ҡушма Штаттарынан Марша Вайнерман менән Әрмәнстандан Оганез Казарян был күҙәтеүҙәр буйынса ла отчет әҙерләйәсәген белдерҙе.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика