Прямой эфир:

Ауыр йөк машиналары водителдәре Өфөлә хәрәкәт итеү уңайһыҙ булыуға зарлана

Ауыр йөк машиналары водителдәре Өфөлә хәрәкәт итеү уңайһыҙ булыуға зарлана.

Ауыр йөк машинаһы менән йыраҡ араға аҙыҡ-түлек ташыған Дмитрий Демидов ҡала эсендә иркен хәрәкәт итеү өсөн махсус маршрут ҡаралмауына зарлана. Етмәһә, Өфөгә беренсе тапҡыр килеүсе водителдәр яңылыш юл ҡағиҙәһен боҙоп, штраф алыуы ла ихтимал. Ҙур йөк машиналары өсөн махсус электрон маршруттың күптән яңыртылмауы ла водителдәр өсөн ауырлыҡтар тыуҙыра. Тәғәйен юл билдәләре булмауы иһә уларҙы бөтөнләй һағайта. Водителдәр фекеренсә, юл билдәләренең алдан электрон вариантта күрһәтелмәүе юл ҡағиҙәләрен ирекһеҙ рәүештә боҙоуға килтерә. Ауыр йөк автомобилдәренең махсус маршруты булмауы автоһәләкәттәргә килтергән сәбәптәрҙең дә береһе, ти автомобиль хужалары. Күптән яңыртылмаған электрон варианттағы маршрут  карталар ла борсоуға һала. Бәғзеләр яңлышып китеп һаман элеккесә Ағиҙелдең иҫке күпере аша ҡаланы сығырға теләй. Тик билдәне абайламаусыларға кирегә юл юҡ, ә ҡағиҙәне боҙоусыларҙы штраф көтә…

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика