Прямой эфир:

Башҡортостандың киләсәктә виноград үҫтереү буйынса Рәсәй селекция үҙәгенә әйләнеүе ихтимал

Башҡортостандың киләсәктә виноград үҫтереү буйынса Рәсәй селекция үҙәгенә әйләнеүе ихтимал.

Республика ғалимдары быны уйҙырма, тип иҫәпләмәй. Бөгөн Кушнаренко, Йәрмәкәй райондарында  татлы еләк үҫтереү менән етди шөғөлләнәләр. Ә Өфөлә йәшәгән Валерий Жилин  үҙ баҡсаһында виноградтың 120  төрөн  тәрбиәләй. Башҡорт винограды көнъяҡ емешенән айырыламы, юҡмы? Өфө уртаһындағы селекция үҙәге тураһында бөгөн хәбәрҙәр кеше бик аҙ.  Һәүәҫкәр баҡсасы Валерий Жилин егерме  сутый самаһы ерҙә татлы емештең йөҙҙән ашыу сортын үҫтерә. Виноград Башҡортостан өсөн иҡтисади яҡтан иң отошло еләк, тип иҫәпләй профессор. Әгәр һауа шарттары яҡшы торһа, республика тиҫтәләгән заводты кәрәкле сеймал менән тәьмин итә ала. Тик барыһы ла аҡсаға бәйле. Бөгөн һәүәҫкәрҙәр дәүләт ярҙамына мохтажлығын йәшермәһә лә, баҡсасылыҡты үҫтереү айырым программаға нигеҙләнергә тейеш. Тап шул саҡта ғына фермерҙар етештергән тауарҙы сифатлы итеп һәм арзан хаҡҡа һата ала. Бөгөн тағы ла бер талап — селекционерҙар республиканың климат шарттарына яраҡлаштырылған виноград уйлап сығарырға тейеш. Тәжрибә майҙансығына әйләнгән шәхси баҡсала барлыҡ ғилми эштәр әлегә ғалимдың үҙ көсө менән башҡарыла. Һөҙөмтәләр иһә бер-нисә йылдан, сәнәғәт күләмендә эшкәртеүгә күскәс кенә билдәле буласаҡ. Башҡортостан Рәсәйҙең виноград үҙәгенә әйләнерме – юҡмы  — әлегә был мәсьәлә асыҡ ҡала. Шулай ҙа тәүге аҙымдар яһалғанда, башҡорт сортлы еләктең донъя баҙарында урын аласағына ышаныс бар. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика