Прямой эфир:

Башҡортостанда ОСАГО буйынса хәл киҫкен ҡала

Август аҙағынан төбәктә “Берҙәм агент” системаһы эш башлағайны. Ул автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау тармағында хәлде көйләргә тейеш ине. Ғәмәлдә күп страховка кампанияларында ул исем өсөн генә эшләй, ә сираттар кәмемәй. Өфөлә автомобилде страховкалау михнәттәрен хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов һынап ҡараны.Өфөлә ОСАГО юллау тәжрибәһен “Согаз” страховка компанияһынан башлайбыҙ. Беҙгә һынауҙы үткәреүҙә Владимир исемле егет ярҙам итә. Микрофон, камера менән ҡоралланып ул ишек төбөндәге сиратҡа баҫа. Яңы система эш башлағаны бирле бында берҙән-бер үҙгәреш – хәҙер клиенттар исемлеге юҡ, йәғни тере сират буйынса ҡабул итәләр. 1 полис юллауға кәмендә 1 сәғәт ваҡыт китә. Был компанияла полис алыу өмөтөн юғалтып икенсеһенә юлланабыҙ.Росгосстрахта әйтерһең бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмаған. Владимир фамилиялар менән тулған журналға яҙыла, сират ике аҙнанан килеп етергә тейеш. Исемлектән төшөп ҡалмаҫ өсөн көн һайын килеп теркәлеп торорға кәрәк. Азалия ике йәшлек ҡыҙы менән килеп көнө буйы ултырырға мәжбүр, ире эштә, ә автомобилдең страховка мөҙҙәте күптән үткән.Ә Регина Арыҫланбәковаға сиратһыҙ полис юлларға вәғәҙә иткәндәр. Тик бының өсөн уға үҙенең пенсия тупланмаларын Росгосстрахтың дәүләткә ҡарамаған фондына күсерергә тура килә. Ҡатын ирекһеҙҙән ризалаша.Владимир менән беҙ артабан ВСК компанияһына юлланабыҙ, бында ишек төбөнән үк һаҡсы сират исемлеген тоттора.Бында ла ОСАГО юллау михнәттәреннән интеккән бер нисә кеше тора, һәр клиентҡа полис юллау 1 сәғәт ваҡыт ала. Өҫтәмә хеҙмәттәр менән был эш сиратһыҙ һәм бер нисә минут эсендә башҡарыла. Сиратта Альфстрахование. Бында кеше бөтөнләй юҡ, сөнки страховкалау алдан яҙылыу буйынса башҡарыла, шуға күрә ишек төбөн һаҡлау файҙаһыҙ. Шулай ҙа бында “Берҙәм агент” системаһы буйынса страховкаларға ризалаштылар. Уның буйынса страховка компанияһын клиент үҙе түгел ә махсус программа һайлай, риза булһаң шунда уҡ был серле полисты юллап алаһың. Бында ла ул тик камера объективы артында булғанға ғына эшләп китте шикелле, сөнки өмөтһөҙҙән бөтә страховка ойошмалары ишеген шаҡыған клиенттар Альфастрахованиела полис ала алмай сыҡҡан.Сәйер, ғәмәлдә “Берҙәм агент“тар бөтә страховка компанияларында ла бар, тик ул ғәмәлдә эшләмәй. Йә офиста дөйөм сират буйынса ҡабул итәләр, йә бөтөнләй программалағы етешһеҙлектәргә һылтаналар.Ирекһеҙҙән ҡайһы бер водителдәр хатта күрше төбәктәргә сығып автомобилдәрен страховкаларға мәжбүр.Шулай итеп күҙәтеүҙән бер генә һығымта яһарға мөмкин, әлегә Башҡортостанда мәсьәлә бер нисек тә хәл ителмәгән. Берҙәм агент системаһы ОСАГО проблемаһын тулыһынса хәл итмәйәсәге хаҡында страховка ойошмалары алдан уҡ иҫкәртте. Иҫкәртте һәм система эшенә ҡаршылыҡтар күрһәтеүен дауам итә. Тимәк тармаҡты көйләүсе милли банк тарафынан етди саараларһыҙ хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрмәҫе көн кеүек асыҡ.

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика