Прямой эфир:

Бөгөн журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө билдәләнә

  • Бөгөн журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө билдәләнә | ГТРК Башкортостан

1943-сө йылдың тап ошо көнөндә фашистар журналист Юлиус Фучикты язалап үлтергән. Ҡыҙғаныс, әле лә ҡыҙыу нөктәләрҙә хәбәрселәр һәләк була. Рәсәй телеканалы журналистары Игорь Корнелюк менән Антон Волошиндың Луганск өлкәһендә һәләк булыуына теүәл 2 йыл. 2014-се йылда улар Металлист ҡасабаһы эргәһендә видеосюжет төшөргән саҡта миномет утына эләгә. Видеоинженер Антон Волошин шунда уҡ һәләк була, яраланған Игорь Корнелюктың ғүмере өсөн табиптар көрәшә, әммә һөҙөмтәһеҙ. Бөгөн беҙ хеҙмәттәштәребеҙҙе иҫкә алабыҙ. Граждандар һуғышы башланғандан бирле Украинаның көньяҡ-көнсығышында кәм тигәндә 10 журналист һәләк булды, шуларҙың дүртеһе Рәсәйҙән. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса Украина журналистар эшмәкәрлеге өсөн донъяла иң хәүефле урын тип танылған.  

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика