Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Керчь боғаҙы аша  күпер төҙөү дауам итә. Ул Ҡырымды Рәсәй менән тоташтырасаҡ. Күпер  төҙөгәндә заманса технологиялар ҡулланыла.  Әле 100 таяу ҡуйылған. Улар  1 мең 420 миллиметр диаметрлы свайҙар ҡағылған фундаментта тора.  Свайҙар 72 метр тәрәнлеккә ҡаҙылған.

Хиллари Клинтон һәм Дональд Трамп кандидаттар форумында хәбәрселәр һорауҙарына яуап биргән. Демократтар вәкиле үҙенең шәси серверын хөкүмәт исеменән хат яҙыуҙа ҡулланған өсөн аҡланыуҙан ары китмәгән. Дональд Трам  Мәскәң һәм Рәсәй президенты менән йылы мөнәсәбәттәр урынлаштырырға вәғәҙәләгән.

Белоруссия спортсылары Паралимпия уйындарын асыу тантанаһында Рәсәй спортсыларына теләктәшлек белдереп Рәсәй флагын тотоп үткән. Мәғлүм булыуынса, был уйындарҙа Рәсәй спортсылары ҡатнашмай. Ричард Макларен етәкселегендә Бөтә Донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ ошондай ҡарар ҡабул иткәйне.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика