Прямой эфир:

Ислам диненең иң ҙур байрамы – Ҡорбан Ғәйете яҡынлаша

Ислам диненең иң ҙур байрамы – Ҡорбан Ғәйете яҡынлаша.

Быйыл ул 12 сентябрға тура килә. Республикала ул ял көнө тип иғлан ителгән һәм юғары кимәлдә билдәләнә. Барлыҡ мәсеттәрҙә лә Ғәйет намаҙҙары башҡарыла, ҡорбан салына.  Айнур хәҙрәт мосолмандарҙың иң ҙур байрамдарының береһе – Ҡорбан Ғәйетен нисек итеп дөрөҫ үткәреү тәртибен аңлата. Иртә менән мәсеткә намаҙға барып ҡайтҡандан һуң, барлыҡ туғандарҙы, яҡындарҙы, күрше-күләнде йыйып ғәйет сәйенә йыйалар. Һәр байрамдағы кеүек өҫтәл һый-ниғмәткә тулы булырға тейеш. Күберәк тәмлекәстәр, бал, сәк-сәк, финик, йөҙөм кеүек киптерелгән емештәр алырға мөмкин. Итле ризыҡ та бешерелә. Мохтаждарға мәсеткә барып, ҡорбан итен һорарға мөмкин. Ҡорбан Ғәйетенә бағышланған саралар республиканың барлыҡ мәсеттәрендә лә үтәсәк.  Өфөлә генә 24 иман йортоноң 14-дә  ҡорбан салынасаҡ. Тик был изге ғәмәлде башҡарыу өсөн айырым шарттарҙың булыуы кәрәк. Ҡала хакимиәтенең махсус комиссияһы бының өсөн тәғәйенләнгән майҙансыҡтарҙың санитар нормаға тап килеүен тикшерҙе. Инорс биҫтәһендә урынлашҡан “Мәҙинә” мәсетендә етешһеҙлектәр булыуы асыҡланды. Йылдағыса төп саралар Ләлә мәстендә үтә. Меңәрләгән мосолман өсөн 200-ләп баш һарыҡ ҡорбанға салынасаҡ. Бында әҙерлек тулы кимәлдә башҡарылған. Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла ошо байрамдың асылын, әһәмиәтен асыҡлауға йүнәлтелгән һөйләшеү үтте. Унда Ҡорбан Ғәйете дини байрам ғына түгел, ә халыҡтарҙы берләштереүсе сара икәнен халыҡҡа аңлатыу мөһим тигән фекерҙәр яңғыраны. Быуаттар дауамында был изге байрам милләт-ара дуҫлыҡты сағылдыра. Был көндәрҙә дингә инанған һәр кешенең күңеле миһырбанлылыҡ, ғәҙеллек, яҡын-тирәләгеләр хаҡында хәстәрлек күреү кеүек изге тойғолар менән һуғарыла. 

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика