Прямой эфир:

Бөгөн Ислам диненең оло байрамы - Ҡорбан ғәйете

  • Бөгөн Ислам диненең оло  байрамы - Ҡорбан ғәйете | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Ислам диненең оло  байрамы — Ҡорбан ғәйете.

Республикала ул ял көнө тип иғлан ителгән. Байрамды бөтә мосолмандар түҙемһеҙләнеп көтөп алды.   «Ҡорбан» һүҙе «яҡынайыу» мәғәнәһендә,  Аллаһы Тәғәләгә изге ғәмәлдәр менән яҡынайыуҙы аңлата. Байрам  көнөндә  ҡорбан  ҡылыу -  бөйөк бүләккә ирештерә торған яҡшы эш.  Ҡорбан өсөн мал – дөйә, һыйыр, кәзә йәки һарыҡ махсус һимертелә.  Салынасаҡ мал һау-сәләмәт булырға тейеш.  Иттең бер өлөшө ярлыларға һәм мохтаждарға таратыла, икенсе өлөшө байрам табынын әҙерләүгә-туғандарға, дуҫтарға бешереп ашатыла, ә өсөнсө өлөшөн инде мосолман үҙенә алып ҡалырға мөмкин. Мәккә Мәҙинәлә был көндәрҙә донъяның барлыҡ тарафтарынан миллиондарса мосолмандар йыйылған. Ҡорбан байрамы көнөндә диндарҙар тәүәф ҡыла.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика