Йылдағыса, ҡорбан байрамына арналған төп саралар Ләлә мәстендә үтте

Йылдағыса, ҡорбан байрамына арналған  төп саралар Ләлә мәстендә үтте.

Бында меңәрләгән мосолман өсөн 200-ләп баш һарыҡ ҡорбанға салынды. Иртәнге намаҙға республикалағы иң ҙур иман йорто – Ләлә-Тюльпан мәсетенә меңәрләгән кеше йыйылды. Улар бер-береһен оло байрам менән ҡотлап хәйер, саҙаҡалар таратты. Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажутдин һәр йортҡа именлек, тыныслыҡ теләп йәнә берҙе бер-беребеҙгә ихтирамлы, миһырбанлы булырға саҡырҙы. Ҡорбан ғәйете фәһемле, мәғәнәле булыуы менән бөтә мосолмандар өсөн дә ҡәҙерле. Көн ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан олоһо ла кесеһә лә, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар берҙәй иртәнге намаҙға ағылды. Намаҙҙан һуң барлыҡ туғандарҙы, яҡындарҙы, күрше-күләнде ғәйет сәйенә йыйалар. Һәр байрамдағы кеүек өҫтәл һый-ниғмәткә тулы булырға тейеш. Ҡөръәндә: “Үҙегеҙҙе барлыҡҡа килтереүсе өсөн доға ҡылығыҙ һәм ҡорбан салығыҙ, ул һеҙҙән ҡәнәғәт ҡалһын” — тиелә.  Бөгөн Өфөләге 24 мәсеттең 14-ендә ҡорбан өсөн 249 баш ҡуй әҙерләнде. Хәленән килгәндәр уны һатып алып ошонда уҡ доғалар уҡытып салдыра ала. Ит өс өлөшкә бүленә, береһе мохтаждарға, икенсеһе, туған-яҡындар өсөн, өсөнсөһө үҙ ғаиләңә ҡалдырыла. Хаж сәфәрен йомҡғаҡлаусы Ҡорбан байрамының асылы малдың йәнен алыуҙа түгел, ә мал-мөлкәтеңде аллаһы тәғәлә рәхмәтенә Ҡорбанға килтерергә әҙер булыуҙа. Ғәрәпсә ид Аль-Адха тип аталған был байрам 3 көн дауам итә. Уны яҡындар һәм туғандар янында һый-хөрмәттә, изге ниәттәр менән ҡаршылау зарур.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика