Прямой эфир:

Республикала пенсионерға бер тапҡыр компенсация түләү өсөн 5 миллиард 700 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк буласаҡ

  • Республикала пенсионерға бер тапҡыр компенсация түләү өсөн 5 миллиард 700 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк буласаҡ | ГТРК Башкортостан

Республикала пенсионерға бер тапҡыр компенсация түләү өсөн 5 миллиард 700 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк буласаҡ.

Киләһе йылдың ғинуар айында республикала йәшәгән 1 миллион 153 мең пенсионерға бер тапҡыр компенсация түләү өсөн Башҡортостанға 5 миллиард 700 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк буласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы Фоат Хантимеров белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр пенсионер ғинуар пенсияһы менән бергә 5 мең һум аҡса аласаҡ. Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, бындай түләү Рәсәй биләмәһендә даими йәшәгән пенсионерҙар өсөн ҡаралған. Быйыл илдең Пенсия фонды түләгән пенсияларҙың бөтә төрҙәре 4 процентҡа индексацияланды. Февраль айында индексациялау һөҙөмтәһендә Башҡортостанда страховка пенсияларының уртаса күләме 12 474 һумғка етте. Йыл башынан пенсия түләү өсөн 117 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика