Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриә Ҡораллы көстәре илдең барлыҡ биләмәһендә утты туҡтатыу режимын индерҙе. Шул уҡ ваҡытта террорсылар тынлыҡты боҙған осраҡта Сүриә армияһы ҡәтғи яуап бирергә әҙерлеген белдерҙе.

Аҡса юҡ һәм булмаясаҡ. Испанияла банк системаһын ҡотҡарыу өсөн тотонолған 51 миллиард евроның 26 миллиарды юҡҡа сыҡҡан. Белгестәр быны ипотека көрсөгәнән һуң күсемһеҙ милеккә хаҡтарҙың арзанайыуы менән аңлатҡан.

Америкала Хиллари Клинтондың һаулығы сәйәси көн тәртибендә тәүге урынға сыға. Ул аңын юғалтҡас, тәнҡитселәр демократтар штабын Хиллари Клинтондың пневмония менән ауырыуын йәшереүҙә ғәйепләне. Демократик партия вәкилдәре иһә президентлыҡҡа кандидаттың аңын юғалтыуын ҡояш һуғыу менән аңлатҡан.

Бынан ярты йыл элек Женевалағы күргәҙмәлә күрһәтелгән мотоциклды Франция юлдарында видеоға төшөрөп алғандар. Уға Мазерати автомобиле двигателе ҡуйылған. Дүрт тәгәрмәсле мотоцикл 470 ат көсөнә эйә.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика