Прямой эфир:

«ТЭФИ-төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының финал өлөшө Өфөлә үтәсәк

 «ТЭФИ-төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының финал өлөшө Өфөлә үтәсәк.

Был хаҡта Мәскәүҙә үткән матбуғат конференцияһында Рәсәй телевидениеһы академияһы вәкилдәре белдерҙе.Башҡортостанға илдең 83 төбәгенән журналистар килеүе көтөлә. Быйыл конкурсҡа 500-ҙән ашыу эш ебәрелгән. Уларҙың араһында беҙҙең телекомпаниянан республиканың хозур тәбиғәтенә арналған эш тә бар. Еңеүселәр өсөн 21 статуэтка әҙерләнгән. Бүләкләү тантанаһына Өфөгә  билдәле кинорежиссер Андрей Кончаловский һәм шағир Андрей Дементьевтың килеүе көтөлә. Абруйлы конкурсты ойоштороусылар араһында  Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы ла бар. Өфөлә уның финалын үткәреүҙе республика башлығы ла хуплаған. 

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика