Прямой эфир:

Торлаҡ коммуналь хужалыҡ өлкәһендә яңыртыу эштәрен башҡарыу өсөн ике миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә

  • Торлаҡ коммуналь хужалыҡ өлкәһендә яңыртыу эштәрен башҡарыу өсөн ике миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә | ГТРК Башкортостан

Торлаҡ коммуналь хужалыҡ өлкәһендә яңыртыу эштәрен башҡарыу өсөн ике миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә.

Шуның уртаса өстән бер өлөшөн бюджет үҙ иңенә алһа, ҡалғанын шәхси инвестициялар иҫәбенә үткәреү күҙ уңында тотола. Республика Хөкүмәтендә бөгөн ошо хаҡта һөйләшеү булды.Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Владимир Нагорный белдереүенсә, Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен яңыртыуға һалынған аҡса күләмендә заем өлөшө быйыл 21 процент, киләһе йылдарҙа был һанды 30 процентҡа еткереү бурысы тора. Инвестор был өлкә предприятиеларын хеҙмәтләндереүгә әүҙем теләк белдермәй, ҡала-район кимәлендәге бәләкәй предприятиелар банктарҙы бөтөнләй, тиерлек, ҡыҙыҡһындырмай. Шуға ҡарамаҫтан, республикала ғәмәлдә башҡарылған эш һөҙөмтәләре бар. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика