Прямой эфир:

Затон яғынан Өфөгә ингән ерҙә ҙур тығын барлыҡҡа килде

Затон яғынан Өфөгә ингән ерҙә ҙур тығын барлыҡҡа килде.

Күп водителдәр һәм йәмәғәт транспорты пассажирҙары эшкә һуңланы. Сөнки, яңы төҙөлгән күперҙән алып, ҡулсаға тиклем юлдың бер өлөшө ябылған. Төҙөүселәр унда ямғыр һыуын ағыҙыу өсөн торбалар һала. Бындай тығындар ҡасанға тиклем дауам итер? Өфөгә Затон биҫтәһенән ике юл килә. Яңы төҙөлгән күпер алдынан улар ҡушыла. Иҫке трассанан һәм урау юлдан килгән ағымды көйләр өсөн инспекторҙар береһен туҡтатып тора. Тик, ҡайһы бер кешеләр түҙмәй. Йәмәғәт транспорты пассажирҙары ла төшөп йәйәүләп китә башланы. Ҡайһы берәүҙәр эшкә һуңланы, бәғзеләре поезға һәм самолетҡа өлгөрмәне. Автомобилдәр һәм йәмәғәт транспорты сәғәтенә 10-20 километр тиҙлек менән хәрәкәт итә. Ҡабаланған водителдәр сигнал биреп ҡарай, тик файҙа юҡ. Ә дөйөм алғанда автоһәүәҫкәрҙәр һәм автобус пассажирҙары яңы күпер төҙөлөшөн һәм килеп тыуған тығындарҙы аңлап ҡабул итә. Өфөнөң Затон биҫтәһе яғынан юлдың бер өлөшө ябылыу сәбәпле, ҡала хакимиәте маршрутты алдан билдәләргә йә эшкә иртәрәк килергә кәңәш итә. Был әле тығындың башы ғына. Артабан хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ. Водителдәргә Өфөгә инер өсөн бер нисә сәғәт көтөргә кәрәк. Төҙөүселәр юл ситенән ямғыр һыуын йыйып, ағыҙыусы соҡорҙарҙы ҡаҙа һәм торбалар һала. Ошоға бәйле күперҙән алып ҡулсаға тиклем юлдың бер һыҙатында автомобиль хәрәкәте сикләнә. Төҙөүселәр ике аҙна эсендә был эштәрҙе тамамларға иҫәп тота. Йәғни, юл сентябрҙең 25-нә асылыр һәм хәрәкәт яйланыр, тип көтөлә.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика