Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъя спортында сираттағы янъял. Хакерҙар төркөмө  допингҡа ҡаршы агентлыҡ серверын ватып мәғлүмәт урлаған. Баҡтиһәң, бик күп спортсылар допинг ҡуллана икән. Уларҙың араһында гимнастика буйынса 4 тапҡыр олимпия чемпионкаһы Симона Байлз, теннис йондоҙҙары апалы-һеңлеле Уильямстар ҙа бар. Мәғл-мәттәрҙән күренеүенсә,  Америка спортсылары ла йыш ҡына допинг ҡулланған. Тик Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ нишләптер быға күҙ йомған.

Былтыр Германия, күп кенә сәйәсмәндәрҙең ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, миллион ҡасаҡты ҡабул иткән. Күптәр уны сиктәрҙе ябырға саҡырғайны. Әле илдә митингтар бара. Германия хакимиәттәре мигрант һәм террористар араһында тигеҙлек билдәһе ҡуймаҫҡа саҡыра. Бына ошондай белдереүҙәр сәбәпле илдә Меркель яҡлылар ҡырҡа аҙайған.

Мәккәлә хаж тамамлана. Былтыр бында тығылыш сәбәпле 2 мең 500 мосолман һәләк булғайны. Быйыл ошондай фажиғәне иҫкәртеү йәһәтенән Сәғүд Ғәрәбстаны хакимиәттәре өҫтәмә именлек саралары күрҙе. Мәккәгә быйыл хаж ҡылыу өсөн 2 миллион кеше килгән. Уларҙың яҡынса 15 меңе Рәсәйҙән.

Ғалимдар Байкал күленә экспедиция ойошторған. Улар йылдан-йыл бында һыуҙың нығыраҡ бысраныуы тураһында белдерә. Яр буйҙарында ла экологик хәл насарая. Ял итеүселәр буш шешәләрҙе, сүп-сарҙы күлгә ташлап китә. Байкал күле йәшеләйә башлаған. Биологтар әйтеүенсә, күл биологик ҡалдыҡтар менән туҡланыусы үҫемлектәр менән тулған. Ашығыс саралар күрмәгәндә күлдең юҡҡа сығыуы ихтимал, тип иҫкәртә ғалимдар.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика