Прямой эфир:

Лайыҡлы баһа

Тормош кимәле башҡарған эшкә бәйле, һеҙҙең ҡаҙаныштар  башҡалар өсөн өлгө, ғәҙел һәм фиҙаҡәр хеҙмәт менән оло уңыштарға өлгәшеүҙең миҫалы. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһына саҡырылған хеҙмәт алдынғыларын шулай тип тәбрикләне. Илдең һәм республиканың юғары дәүләт наградаларына лайыҡ 55 хеҙмәт алдынғыһы исемлегендә бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, табиптар, уҡытыусылар, журналистар, ғалимдар һәм эшселәр бар. Баймаҡ ҡалаһының үҙәк дауаханаһы табибы Радмил Аҙнабаев һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 45 йыл. Нурлы диагностика бүлегендә ул ультратауыш ярҙамында йылына 5 меңдән ашыу тикшереү үткәрә. Үҙ эшен белеп һәм яратып башҡара. Рәсәй рәссамдары берлегенең Башҡортосатн бүлексәһе ағзаһы Риф Мөҙәрис улы Абдуллин өсөн дә бөгөн һөйөнөслө көн. Үҙ һәләтеңдең емешен татыу, талантыңды юғары баһалаған сәнғәт һөйөүселәр бар саҡта киләсәктә яңы көс-илһам менән  ижад итергә мөмкин.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика