Прямой эфир:

Ураҡ-2016

  • Ураҡ-2016 | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан иген культураларының уңышы буйынса Волга буйы федераль округында 10-сы һәм һуғылған майҙандар буйынса икенсе урын биләй. Округта гектарынан 20, Башҡортостанда 19 центнер уңыш алына. Ил буйынса 110-116 миллион тонна күләмендә рекордлы тулайым иген йыйыу көтөлә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов  билдәләүенсә, ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, 11 райондың ауыл хужалығы предприятиелары 100 мең тоннанан ашыу иген йыйып алған. Быйыл Саҡмағош районы уңыш буйынса беренсе урында. Унда һәр гектарҙан 30 центнер иген йыйып алынған. Хәйбулла һәм Баймаҡ районы хужалыҡтарында ла мул уңыш үҫтерелгән. Ошо ике район ғына республикаға яҡынса 300 мең тонна иген тапшырасаҡ. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика