Прямой эфир:

Тиҙ медицина ярҙамы хеҙмәте һәм мәктәптәрҙе бөгөн бер һөйөнөс берләштерҙе

Тиҙ медицина ярҙамы хеҙмәте һәм мәктәптәрҙе бөгөн бер һөйөнөс берләштерҙе.

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов дауахана баш табиптары менән мәктәп директорҙарына яңы автомобиль асҡыстарын тапшырҙы. Сәләмәтлек һәм белем. Һәр кемдең тормошо ошо һүҙҙәргә тығыҙ бәйле. Шуға ла ил именлеген хәстәрләгәндә тәү сиратта уҡыу һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эшмәкәрлек шарттарын камиллаштырыу мәсьәләһе һыҙыҡ өҫтөнә алына. Мәктәп автобустары менән тиҙ ярҙам машиналары паркын яңыртырға Дәүләт Думаһының Берҙәм Рәсәй фракцияһы тәҡдим иткәйне. Республика учреждениеларына өр яңы автомобилдәр Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән федераль сығымдар иҫәбенә тапшырыла.  Тиҙ медицина ярҙамы машиналарына мохтажлыҡты 38 автомобиль генә тулыһынса ҡәнәғәтләндермәй, әммә  район үҙәк дауаханалары өсөн был етди ярҙам. Бөрйәндә әлеге мәлгә машиналарҙың 70 проценты иҫкергән. Яңы автомобилдәр заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, сирлеләргә юлда ярҙам күрһәтеү шарттары бар талаптарға яуап бирә. Хатта байтаҡ уңайлыҡтар хәстәрләнгән. Мәктәп автобустарында иһә тәү сиратта хәүефһеҙлек саралары күрелгән.  Оҫон юлға иҫәпләнгән ултырғыстар йомшаҡ, уҡыусыларҙың портфель ҡуйыр урындары махсуслаштырылған. Салонға инер баҫҡыстар тәпәш, уңайлы. Әлеге ваҡытта республика мәктәптәрен бер меңдән мең дә ике йөҙгә тиклем автобус хеҙмәтләндерә. Республика башлығы белдереүенсә, балалар һәм уҡытыусыларҙың хеҙмәт шарттарын камиллаштырыуға йүнәлтелгән эш дауам итә. Был иһә транспортҡа ғына түгел, белем биреү учреждение биналарын яңыртыу, уҡыу бүлмәләрен заманса йыһаздар менән тәьмин итеүгә лә ҡағыла. 

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика