Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү менән Вашингтон Сүриәлә тыныслыҡты һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр алып барғанда, был илдең төп ҡалалары әле һаман гуманитар ярҙам алмаған. Йөк юлдарҙа именлек булмау сәбәпле сик буйынса туҡтап ҡалған. Рәсәй хәрбиҙәре ике көндә генә террорсыларҙың тыныслыҡты 60 тапҡыр боҙоуы тураһында хәбәр итә.

Францияла хәл ҡатмарлы булып ҡала. Хеҙмәт тураһындағы ҡануниәтте үҙгәртеүгә ҡаршылар акцияларын ҡайтанан дауам итте. Сираттағы демонстрация полиция менән һуғышыуға тиклем барып етте.

Ҡытайға «Меранти» тайфуны ябырылған. 200-гә яҡын авиарейс тотҡарланған, караптар йөрөмәй. Хакимиәттәр халыҡҡа йорттарынан сыҡмаҫҡа саҡырып мөрәжәғәт иткән.

Билдәле велоуҙышсылар Крис Фрум һәм Бредли Уиггинс допинг ҡулланғандар. Фрум допинг ҡулланырға миңә Бөтә Донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ рөхсәт бирҙе тип белдергән. Баҡтиһәң, ул тыны ҡыҫылыуҙан яфаланған икән. Биш тапҡыр олимпия чемпионы Бредли Уиггинста ошо уҡ ауырыуҙан дауаланған.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика