Прямой эфир:

Республика башлығы 109-сы һайлау участкаһында конституцияон бурысын үтәне

Республика башлығы 109-сы һайлау участкаһында конституцияон бурысын үтәне.

Өфөнөң Башҡортостан дәүләт концерт залы бинаһында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһы  исемлегендә 2600 кеше теркәлгән. Тәүге һайлаусылары иртәнге һигеҙҙә үк килде. Берҙәм тауыш биреү көнөндә Республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесес Константин Толкачев  гражданлыҡ бурысын үтәне. Тауыш биреүгә ҡағылышлы тәртипкә ярашлы, улар бюллетенгә тамғаны айырым кабинала ҡуя. Был участка һалынған бюллетендәрҙе шунда уҡ иҫәпкә алыусы электрон урналар менән йыһазландырылған. Һайлау көнөн юлда үткәргәндәр өсөн тимер юл вокзалы менән аэропортта тауыш биреү ойошторолдо. Һайлаусылар бында теркәүҙән төшөрөү талондары нигеҙендә тауыш бирҙе. Һайлау көнөндә бар участкаларҙа тәртип һаҡлау органдары хәүефһеҙлек һағында торҙо. Ғәҙәттән тыш хәлдәр, тиҙ медицина ярҙамы хеҙмәте вәкилдәре эшләне. Тауыш биреү барышы тәртибен һайлау комиссияһы ағзаларынан тыш күҙәтеүселәр тәьмин итте. Киске сәғәт һигеҙҙә тауыш биреү тамамланыу менән бюллетендәрҙе иҫәпләү башланды.  Быйылғы һайлауҙарҙың башҡаларынан айырмаһы – депутаттар һанының бер яртыһы фирҡә исемлектәре буйынса, икенсеһе бер мандатлы округтарҙан һайланыуҙа. Тауыш биреүҙә Благовар, Бишбүләк, Саҡмағош, Тәтешле райондары һайлаусылары әүҙем ҡатнашты. Уларҙа халыҡтың 90 проценты һайлау участкаларына килгән. Рәсәй төбәктәре араһында тауыш биреүселәр әүҙемлеге күрһәткесе буйынса Башҡортостан тәүге урындарҙа. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика