Прямой эфир:

Был һайлауҙа ла, ғәҙәттәгесә, ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтте

Был һайлауҙа ла, ғәҙәттәгесә, ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтте.

Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында һайлау комиссияһы үҙенең эшен иртәнге сәғәт етелә башланы. Быйылғы һайлауҙар комиссияның тәүге кампанияһы түгел, шуға күрә лә һәр эш ҡағиҙәгә ярашлы башҡарыла. Биләмә халҡы сәйәси яҡтан әүҙем һәм һайлау барышында яҡшы ойошҡанлыҡ күрһәтә. Участка ишектәре асылғанға тиклем үк, ярты сәғәт алдан килеп көтөп тороусылар күп булды. Гимн яңғырай һәм тәүге һайлаусылар өсөн ишектәр асыҡ. Шайморат ауылы ветерандары советы рәйесе, тыл ветераны  Әфҡәт Ниғмәтуллин беренсе булып үҙ тауышын бирә. Өлкән быуын вәкилдәре берҙәм тауыш биреү көнөн байрам тип ҡабул итә һәм үҫеп килгән быуында ла гражданлыҡ яуаплылығына ыңғай ҡараш тәрбиәләргә тырыша. Бәләкәс балаларҙың да һайлау менән ҡыҙыҡһыныуы  уларҙың йәштәргә өлгө була алыуының һөҙөмтәһе. 2316 һайлау бүлексәһендә  Шайморат, Варшавка, Тауһеңгер ауылы халҡы тауыш бирҙе. 10 граждан быйыл беренсегә һайлауҙа  ҡатнашһа, 34 кешенең тауышы өйҙә теркәлде.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика