Прямой эфир:

Өфөлә тиҙҙән яңы затон күпере сафҡа инәсәк

Өфөлә тиҙҙән яңы затон күпере сафҡа инәсәк.

Әлегә белгестәр объекттың нормативтарға яраҡлығын, тороҡтарының ныҡлығын тикшерә. 30 тонна ауырлыҡтағы 15 камаз яңы төҙөлгән Затон күперенең ныҡлыҡын тикшерә. Йөк төйәлгән машиналар күперҙә хәрәкәт итеп, төрлө урында туҡтап ала. Был тикшереүҙең статика өлөшө. Ә динамикаға һынау. Таҡта һалып, яһалма ҡалҡыулыҡтан камаздар үтеп, һикергәндә белгестәр геодезия ҡоролмалары ярҙамында күперҙең һығылыу кимәлен үлсәй, аҙаҡ күрһәткестәрҙе яҙып алып, нормға тап килеүен тикшерәләр. Күперҙең ныҡлығын тикшереү эштәренең мөһим өлөшө уның эсендә үткәрелә. Өҫтә йөк төйәлгән камаздар йөрөгәндә, бында аҫта белгестәр урынлаштырылған датчиктар ярҙамында төрлө күрһәткестәрҙе яҙып ала. Төҙөлөштөң өс киҫелеше ентекле ҡарала. Һиҙгер ҡоролма әҙ генә үҙгәрештәрҙе лә тоя. Төп тикшереү эштәре алдынан күперҙе тулыһынса, арҡырынан-буйына йөрөп, етешһеҙлектәрен ҡарап сыҡҡандар. Иретеп йәбештерелгән йөйҙәрҙең һәм болт менән беркетелгән урындарҙың сифатына айырыуса ҙур иғтибар бирелгән. Ауырлыҡтан күперҙең аҫты һуҙыла, ә өҫтө киреһенсә ҡыҫыла. Шуға ла датчиктар ике урында тора. Төҙөүселәр әйтеүенсә, күпер сифатлы, һуңғы технологияларҙы ҡулланып яһалған. Әле башҡа ваҡ эштәр башҡараһы ғына ҡалған. Тикшереү эштәре уңышлы тамамланһа, яңы күпер октябрь баштарында сафҡа инер тип көтөлә.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика