Законлы адрес

Август айында беҙ Өфөнәң Калинин районына ҡараған Федоровка ауылында аныҡ адресһыҙ йәшәгән кешеләрҙең зарын йәмәғәтселек иғтибарына сығарғайныҡ. Урам атамаһыҙ, йорт-фатир һанһыҙ торған хужалар беҙҙең хәбәрселәрҙе йәнә саҡырып алды. Был юлы һөйөнөс уртаҡлашырға. Атамаһы бар урамды артабан дауам итеп, ғәмәлдә төҙөк йорттарға һан һуҡтырып тормош үҙенең хаҡлығын раҫлай. Йәшәгән урынын белдергән аныҡ адресты хәҙер кешеләр йорт таҡтаһына һөйөнөп яҙа. Хат ташыусы, такси хеҙмәте, тиҙ ярҙам машинаһына ла  өҫтәмә аңлатыуҙар кәрәкмәй. Ҡатмарлыҡтар тамам.  Өфөнөң Калинин районына ҡараған квартал халҡы йорттарының бер нисә йыл элек төҙөлөп рәсми теркәлеүенә ҡарамаҫтан законлы адрес ала алмағас, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙы үтенеп ҡала етәкселегенә мөрәжәғәт итә.  Башархитектура идаралығы, ниһәйәт, йорт хужаларына адресты раҫларға рөхсәт биргән. Кешене өмөт йәшәтә. Халыҡтың власҡа ышанысы аҡланыуға һәммәбеҙ ҙә шат. Тормош именлеген теләп, һәр кемгә көнкүрештә яһалма ҡатмарлыҡтар булмаһа ине, тип өҫтәйһе килә.  

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика